Есть ответ 👍

Переведите.
Ҡурайсы – уҡытыусы

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған ҡурайсы-уҡытыусы Рәхимов Ришат Рәшит улы Баймаҡ районының ⅡЭтҡол ауылында тыуған. Ҡурай уйнау серҙәренә ҡурайсы-сәсән Кәрим Диаровтан өйрәнә. Урта мәктәпте тамамлағас, уҡытыусыһының кәңәшен буйынса Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класына уҡырға инә. Ул бында уҡытыусыһы – арҙаҡлы ҡурайсы, йырсы Ғата Сөләймәновтың эшен дауам итеп, хеҙмәт юлын да ошо училищела башлай.
Ҡурай класында егерме йылдан ашыу уҡытыу дәүерендә ул бик күп ҡурайсы тәрбиәләне. Ишморат Илбәков, Рәмил Ғәйзуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Ҡадир Әбүбәкиров, Сәғиҙулла Байегетов кеүек йәш таланттарҙы оло сәнғәт юлына сығарҙы.
Ришат Рәхимов ҡурайҙа башҡарыусы булып та киң танылды. Күмәк ҡурайҙа уйнау традицияларын тергеҙеп, ҡурайсылар ансамблдәрен ойошторҙо. Республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарында лауреат исеменә лайыҡ булды.

178
237
Посмотреть ответы 1

Ответы на вопрос:


ответ: точечная діаграма

Объяснение:❤️❣️

Популярно: Другие предметы